1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. "ҠУРАЙ" ТӨРКӨМӨ БАЛАЛАРЫ "ЙЫҺАН ҠАЛАСЫҒЫ" БУЙЛАП СӘЙӘХӘТ ҠЫЛДЫЛАР

"ҠУРАЙ" ТӨРКӨМӨ БАЛАЛАРЫ "ЙЫҺАН ҠАЛАСЫҒЫ" БУЙЛАП СӘЙӘХӘТ ҠЫЛДЫЛАР

Апрель 11, 2025 Просмотров: 72

1961 йылдың 12 апрелендә Юрий Гагарин "Восток" карабында Ер шарын урап сыға. Бөгөн был тарихи дата Космонавтика көнө булараҡ билдәләнә.

Ошо уңайҙан "Ҡурай" төркөмө балалары "Йыһан ҡаласығы" буйлап сәйәхәт ҡылдылар. Балалар Космонавтика көнө ҡасанадан бирле билдәләнә башланыуы тураһында белделәр,беренсе космонавт Юрий Гагарин, йыһан киңлектәре, ҡояш системаһы планеталары менән таныштылар. Йыһанға ракеталар осороп, һүрәт төшөрҙөләр, йыһан киңлеге тураһында видеояҙма ҡаранылар. Бөгөнгө көн балалар өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үтте.