"ТИҪТЕР" ЙӘШТӘР, ҮҪМЕРҘӘР ҺӘМ БАЛАЛАР КЛУБЫ БЕРЛӘШМӘҺЕНДӘ СИБАЙ ҠАЛАҺЫ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫНЫҢ БАШҠАРМА КОМИТЕТЫНЫҢ КИҢӘЙТЕЛГӘН УЛТЫРЫШЫ ҮТТЕ
Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Урал аръяғы райондары кураторы Хәлил Юлай улы Рахматуллин, Сибай ҡалаһы ҡала округы советы секретары Элиза Ғүмәр ҡыҙы Кирәева, ҡала башҡорттары союзы рәйесе Альбина Зөфәр ҡыҙы Ярмуллина, ҡала ойошмалары, учреждениеларынан саҡырылған ҡунаҡтар, ҡоролтай ағзалары, студенттар, ирекмәндәр ҡатнашты. Ҡала башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетының 2024 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында, мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияның үткән йылдағы эше, "Мәғариф учреждениеларындағы ата-әсәләр комитеттары менән эшмәкәрлек итеү", йәштәр эштәре, ирекмәнлек һәм спорт буйынса комиссияның эше һәм 2025 йылдағы пландары, демография һәм һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре тураһында комиссия рәйестәре И.С.Хәмитов, А.А.Уразбахтин, Ф.Ф.Рафиков, Б.М.Шәрипов, комиссия ағзаһы А.А. Бохарбаева сығыш яһаны.
Артабан, халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт иткән милләттәштәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте.
Сарала "Ҡурай" балалар баҡсаһы педагогтары тәрбиәсе Рәсүлева Земфира ҡыҙы һәм уҡытыусы-логопед Ғәйетова Зөлфиә Рафиҡ ҡыҙы ҡатнаштылар һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуға, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, башҡорт халҡының мәҙәниәтен һаҡлауға һәм пропагандалауға тос өлөш индергәне өсөн ҡала башҡорттары ҡоролтайы Почет грамотаһы менән бүләкләнделәр. Коллегаларыбыҙҙы юғары баһа менән тәбрикләйбеҙ һәм артабанда уңыштар теләбеҙ!