1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. "ҺАУМЫ, ҺАУМЫ, ӘКИӘТ!" МУНИЦИПАЛЬ КОНКУРСЫНДА ҠАТНАШЫУСЫЛАРҘЫ ТӘБРИКЛӘҮ ТАНТАНАҺЫ ҮТТЕ

"ҺАУМЫ, ҺАУМЫ, ӘКИӘТ!" МУНИЦИПАЛЬ КОНКУРСЫНДА ҠАТНАШЫУСЫЛАРҘЫ ТӘБРИКЛӘҮ ТАНТАНАҺЫ ҮТТЕ

Апрель 22, 2025 Просмотров: 121

"Тирмәкәй" балалар баҡсаһында донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡортса һөйләүселәрҙең "Һаумы, һаумы, әкиәт!" муниципаль конкурсында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү тантанаһы үтте.

Бәйгенең төп маҡсаты булып йәш әкиәтселәр мәктәбен үҫтереү, халыҡ ижады өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу, мәҙәни мираҫҡа һаҡсыл һәм ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү тора. "Ҡурай" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре үҙҙәрен һынатманы. Һөйәрғолова Ралина (етәксеһе Хасаева Г.З.) "Әкиәтте яңғыҙ һөйләүселәр" номинацияһында II урын һәм "Әкиәтте сәхнәләштереү" номинацияһында "Аҡҡош" төркөмө тәрбиәләнеүселәре (етәкселәре - Рәсүлева Л.Н., Урмантаева Г.З., Гаитова З.Р) II урынға лайыҡ булдылар.

Уңышлы сығыш яһаған балаларҙы һәм уларҙың етәкселәрен ҡотлайбыҙ! Яңы үрҙәр һәм ижади табыштар теләйбеҙ!

почетная грамота.pdf

Открыть Скачать (Размер 732 Kb) Тип файла: pdf