1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. БЕҘҘЕҢ БАЛАЛАР БАҠСАҺЫНДА ЕҢЕҮ КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН БАЙРАМ САРАҺЫ ҮТТЕ

БЕҘҘЕҢ БАЛАЛАР БАҠСАҺЫНДА ЕҢЕҮ КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН БАЙРАМ САРАҺЫ ҮТТЕ

Май 7, 2025 Просмотров: 170

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы менән тәбрикләйбеҙ! Ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамы был көндә йәшен дә, олоһон да берләштерә. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа илһөйәрлек, үҙ иленең тарихына хөрмәт Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында халыҡтарҙың ҡаһарманлығына ғорурлыҡ тойғоһон үҫтереү һәм ветерандарға рәхмәт белдереү маҡсатында беҙҙең “Ҡурай” балалар баҡсаһында Еңеү көнөнә арналған байрам сараһы үтте. Сараға баҡсаға йөрөгән балаларҙың өләсәй-ҡартатайҙары, олатайҙары, ғөмүмән, өлкән быуын вәкилдәре саҡырылды.

Байрамды алып барыусы тәрбиәселәр балаларға Еңеү көнөнөң барлыҡҡа килеү тарихын, был ваҡиғаның илебеҙ өсөн әһәмиәте тураһында һөйләнеләр. Тәрбиәләнеүселәре шиғырҙар уҡыны, һуғыш йылдары йырҙарын башҡарҙы, бейене, өлкәндәрҙең ата-бабаларының батырлыҡтары тураһында һөйләгәндәрен тыңланы.

Сара йылы мөхиттә үтте, быуындар берҙәмлеге һәм бөйөк илебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә булышлыҡ итте! Донъялар имен, күгебеҙ тыныс булһын! Байрам менән!