1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. "БӨРКӨТ" ТӨРКӨМӨ ТӘРБИӘЛӘНЕҮСЕЛӘРЕ БАТЫРҘАР ҺӘМ ҺАЛДАТТАР ӨСӨН ҠУЙЫЛҒАН ҺӘЙКӘЛДӘР ЯНЫНА ЭКСКУРСИЯҒА БАРҘЫЛАР

"БӨРКӨТ" ТӨРКӨМӨ ТӘРБИӘЛӘНЕҮСЕЛӘРЕ БАТЫРҘАР ҺӘМ ҺАЛДАТТАР ӨСӨН ҠУЙЫЛҒАН ҺӘЙКӘЛДӘР ЯНЫНА ЭКСКУРСИЯҒА БАРҘЫЛАР

Май 7, 2025 Просмотров: 108

Кескәйҙәр оло ветерандарыбыҙға бағышлап, яуҙа ятып ҡалған батырҙар иҫтәлегенә шиғырҙар ятлап һәм йырҙар йырлап ҡайттылар.

Ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамы был көндә йәшен дә, олоһон да берләштерә. Совет халҡының үҙ-үҙен аямай Тыуған илен, ерен һаҡлауы ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ билдәһе булып илебеҙҙең героик йылъяҙмаһында мәңгелеккә яҙылған. Тыныс тормош өсөн яу яландарында баштарын һалған яугирҙар, тыл ветерандары, бөгөнгө көндә илебеҙ һағында торған һалдаттарыбыҙ алдында беҙ баш эйәбеҙ, уларға мәңгелек рәхмәтлебеҙ!

Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 80 йыллыҡ юбилейы менән барығыҙҙы ла ҡотлайбыҙ.