"АҠҠОШ" ҺӘМ "ЙОНДОҘҘАР" ТӨРКӨМӨ БАЛАЛАРЫ ЯРАТҠАН БАҠСАҺЫ МЕНӘН ХУШЛАШТЫ
Балалар баҡсаһында сығарылыш байрамы - һәр бала һәм уның ата-әсәһе өсөн айырым ваҡиға, оло тормошҡа беренсе баҫҡыс. "Ҡурай" балалар баҡсаһының "Аҡҡош" һәм "Йондоҙҙар" төркөмө балалары яратҡан баҡсаһы менән хушлашты. Тәжрибәле тәрбиәселәр кескәйҙәренә йөрәк йылыларын, күңел наҙҙарын йәлләмәй, һәр яҡлап сабыйҙарҙы үҫтереүгә күп көс һалды, һүҙ менән дә, бер ҡараш менән дә тәрбиәләне, ә бөгөн балалар үҙҙәренең балалар баҡсаһында алған белемдәрен күрһәтеп, атай -әсәйҙәрҙе һөйөндөреп, дәртле бейеүҙәре һәм моңһоу йырҙары менән һәр кемдең күңелен арбап мәктәпкә ашҡыналар!
Тәрбиәселәр, ата-әсәләр балаларға яҡшы юл, мәктәптә уңышлы уҡыу һәм, әлбиттә, балалар баҡсаһын онотмауҙарын теләне.
Ҡәҙерле балаларыбыҙға мәктәп тормошонда тик уңыштар ғына теләйбеҙ!