1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. 1 ИЮНДӘ ӨФӨ ҠАЛАҺЫНЫҢ СОВЕТ МАЙҘАНЫНДА КИТАП БАЙРАМЫ УҘҘЫ

1 ИЮНДӘ ӨФӨ ҠАЛАҺЫНЫҢ СОВЕТ МАЙҘАНЫНДА КИТАП БАЙРАМЫ УҘҘЫ

Июнь 3, 2025 Просмотров: 395

Халыҡ-ара йәрминкәлә Рәсәй төбәктәренән һәм башҡа дәүләттәрҙән ҡатнашыусылар йыйылды. 3 көн дауамында барған саралар Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операцияға арналды.

"Китап-байрам" халыҡ-ара китап йәрминкәһе сиктәрендә "Һаумы, һаумы, әкиәт!" донъя халыҡтары әкиәттәрен йәш башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы уҙҙы.

Башҡортостан халыҡтарының туған телдәрен һаҡлауға, әкиәт башҡарыу традицияларын үҫтереүгә йүнәлтелгән конкурста "Ҡурай" балалар баҡсаһының ата-әсәләр һәм балалар фольклор төркөмө "Әкиәтте сәхнәләштереү" номинацияһында (етәксеһе Хәсәева Г.З.) III урын яуланы! Шулай уҡ Әмирова Ләйсән Хәдит ҡыҙы конкурста жюри ағзаһы булараҡ күрһәткән профессиональ хеҙмәте өсөн Мәғариф һәм фән министрлығының рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Коллегаларыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!