11 ИЮНДӘ РӘСӘЙ КӨНӨ АЛДЫНАН "ҠУРАЙ" БАЛАЛАР БАҠСАҺЫНДА "ВАТАНЫМ МИНЕҢ, РӘСӘЙ" ТИГӘН ТАНЫП БЕЛЕҮ СӘҒӘТТӘРЕ УҘҘЫ
Июнь 11, 2025
Просмотров: 334
Был сараларҙа баҡсаның бөтә төркөм балалары ҡатнашты. Эшмәкәрлектәр байрамдың тарихы тураһында бәйән итеүҙән башланды. Тәрбиәселәр кескәйҙәргә илһөйәрлек һәм Ватандың нимә икәнлеге тураһында һөйләнеләр. Балалар Рәсәй флагының тарихы, уның туҡымаһындағы төҫтәрҙең нимә аңлатҡаны тураһында белделәр, Рәсәйҙең төп айырма символдарын билдәләнеләр. Рәсәй көнө – ул бер нисә йыл рәттән илебеҙҙең төрлө милләт кешеләрен дуҫтарса берләштергән байрам. ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек, Ватанға хеҙмәт итеү һәм Ватанға һөйөү кеүек күп быуатлыҡ рухи, әхлаҡи, тарихи традициялар тирәләй берҙәмлек символына әүерелгән байрам. Сараларҙан һуң кескәйҙәр "Мин яратам һине Рәсәй" флешмобына ҡушылды.