ТӘРБИӘЛӘНЕҮСЕЛӘРЕБЕҘ САЛАУАТ ЮЛАЕВ БЮСЫ ЯНЫНДА МИТИНГТА ҠАТНАШТЫЛАР
Июнь 16, 2025
Просмотров: 471
Салауат Юлаев - Ватанын, халҡын һөйгән һәр милләттәшебеҙ өсөн ҡаҡшамаҫ рух, илһөйәрлек, батырлыҡ символы, ҡыҫҡа ғына ғүмер йәшәп, тарихта яҡты эҙ ҡалдырыусы шәхес. Милли геройыбыҙ сәсән дә, йырсы-импровизатор ҙа, халыҡ бәхете өсөн йәнен-тәнен аямай көрәшеүсе лә. Халыҡ хәтерендә ул башҡорт халҡының азатлығын, тыныслығын, бөтөнлөгөн яҡлаусы һәм һаҡлаусы булараҡ һаҡлана.
Бөгөн "Ҡурай" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре милли геройыбыҙҙың тыуыуына 271 йыл айҡанлы Сибай ҡалаһында милли батырыбыҙҙың бюсы янында митингта ҡатнаштылар. Рухланып батырыбыҙҙың шиғырҙарын яттан һөйләнеләр.
Йөҙәр йылдар үтһә лә, Салауат батырҙың ҡаҡшамаҫ рухы халҡыбыҙ күңелендә нығыраҡ урын ала бара һәм ошо ғорурлыҡ тойғоһо мәңге йәшәр!