ТӘРБИӘЛӘНЕҮСЕЛӘР "БЕҘ ҺЕҘҘЕҢ МЕНӘН ҒОРУРЛАНАБЫҘ" ТИГӘН АКЦИЯЛА ҠАТНАШТЫЛАР
Сентябрь 25, 2025
Просмотров: 107
Махсус хәрби операциялағы һалдаттарға ярҙам итеү сараһынан "Бөркөт" төркөмө тәрбиәләнеүселәре һәм ата-әсәләре береһе лә ситтә ҡалмай. Ошо көндәрҙә "Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ" тигән акцияһына ғаилә менән ҡушылдылар. Һалдаттарға үҙҙәренең йөрәктән сыҡҡан йылы һүҙҙәре, уларҙы еңеү менән ҡайтыуҙарын теләп, хат яҙҙылар. Беҙҙең кескәйҙәребеҙ, киләсәктә лә махсус хәрби операциялағы һалдаттарға көс,дәрт,ышаныс биреп төрлө акцияларҙа ҡатнашыуҙарының теләктәрен белдерҙеләр.