27 СЕНТЯБРЬ – ТӘРБИӘСЕЛӘР ҺӘМ МӘКТӘПКӘСӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ КӨНӨ
Ошо уңайҙан хөрмәтле тәрбиәселәрҙе һәм ошо системала эшләүсе барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе ихлас күңелдән тәбрик итәбеҙ.
Һеҙгә ырыҫлы ғүмер юлы, бәрәкәтле табыштар, ижади ҡомар, рух ныҡлығы юлдаш булһын!
"Наҙлыҡай" журналының киләһе һаны тап ошо байрамға бағышлана.
Кескәйҙәр өсөн бүлектә тәрбиәселәр хаҡында матур шиғырҙар, йырҙар, уйындар менән танышырһығыҙ.
Ә тәрбиәселәргә арналған бүлектә һеҙҙең иғтибарға 2025 йылда Республикабыҙҙа иң яҡшы тәрбиәсе булып танылған Сибай ҡалаһы Баланы үҫтереү үҙәге - "Ҡурай" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, "Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы - 2025" республика профессиональ конкурсы еңеүсеһе, "Иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы" Бөтә Рәсәй конкурсы ҡатнашыусыһы Әмирова Ләйсән Хәдит ҡыҙының методик материалдарын тәҡдим итәбеҙ!
Журналды түбәндәге һылтанма буйынса таба алаһығыҙ bash-mir.ru/nazlykay/.