"БӨРКӨТ" ТӨРКӨМӨНДӘ "КӨҘГӨ МУЛЛЫҠ" ТИП АТАЛҒАН БАШҠОРТСА ШИҒЫРҘАР ЯТЛАУ БӘЙГЕҺЕ БУЛЫП ҮТТЕ
Бәйгелә балалар көҙ темаһына арнап йырланылар, бейенеләр һәм уйнанылар. Бөтәһе 23 бала шиғыр бәйгеһендә ҡатнашты, балалар тырышып-тырышып шиғыр ятланылар, бәйге булғас еңеүсе лә була. Гран-при яулаусы Графенина Әмирәне ҡотлайбыҙ. I урындар Маҡсютова Ильзирә менән Имельбаев Искәндәр, II урындарҙы Каримова Элина менән Усманова Асель, III урындарҙы Валеев Нуриән, Исрафилов Динислам, Ильясова Розалина, Каипкулова Әминә алдылар. Артабанда уңыштар. Шиғыр ятлау бәйгеләре балаларҙың хәтерен, ҡыйыулығын, телмәрен үҫтерә. Ошолай бәйгеләрҙә артабанда ҡатнашыусыларҙы көтәбеҙ.
Ата-әсәләргә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, матур итеп костюмдар эшләгәндәр, бәйгегә ныҡ әҙерләнгәндәр һәм музыка етәксебеҙ Ләйсән Нуриман ҡыҙына рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ, байрамдарыбыҙҙы гел дә матур бейеүҙәр һәм йырҙар менән биҙәй.