"АҠҠОШ" ТӨРКӨМӨНДӘ БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН БАЙРАМ ҮТТЕ
Октябрь 11, 2025
Просмотров: 91
Сара традицион рәүештә гимндарҙы тыңлау менән башланды. Балалар республика символикаһы тураһында белемдәрен нығытты, ҡурай моңон тыңланы, йәнһүрәт ҡараны. Байрам дауамында улар ике дәүләт телендә Тыуған ил тураһында йырҙар йырланы, шиғырҙар уҡыны, халыҡ бейеүҙәре башҡарҙы. Малайҙар-ҡыҙҙар башҡорт "Тирмә" милли уйынын да ҙур теләк менән уйнаны.