БАЛАЛАР БАҠСАҺЫНДА АТАЙҘАР КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН ЭСТАФЕТА ЯРЫШЫ БУЛЫП ҮТТЕ
Октябрь 21, 2025
Просмотров: 52
Рәсәйҙә Атайҙар көнө 2021 йылда Рәсәй Федерцияһы Президенты В.В. Путиндың указы менән раҫлана һәм октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә.
Ошо уңайҙан беҙҙең "Ҡурай" балалар баҡсаһында атайҙар көнөнә арналған эстафета ярышы булып үтте. Ярышта "Бөркөт", "Толпар", "Йондоҙҙар", "Аҡҡош" төркөмдәренең атайҙары, балалар менән берлектә көс һынашты. Ярыш бик ҡыҙыу барҙы, "Атанан күргән, уҡ юныр" - тигән халыҡ әйтеменә ярашлы балалар атайҙарынан ҡалышманы.