1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. "ҠУРАЙ" БАЛАЛАР БАҠСАҺЫНДА ТАҒЫ ЛА БЕР ЙОЛА БАРЛЫҠҠА КИЛДЕ

"ҠУРАЙ" БАЛАЛАР БАҠСАҺЫНДА ТАҒЫ ЛА БЕР ЙОЛА БАРЛЫҠҠА КИЛДЕ

Октябрь 22, 2025 Просмотров: 118

Тәүге тапҡыр мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында милли бейеү көнөнә арналған байрам үтте.

Башҡортостанда 21 октябрҙә Милли бейеү көнө билдәләнә. Байрам төбәк халыҡтарының мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итә. Был дата осраҡлы һайланмаған. 21 октябрь – күренекле хореограф Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнө.

Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре милли бейеүҙәр әҙерләнеләр һәм үҙҙәренең иң яҡшы номерҙарын күрһәттеләр. Милли бейеүҙәрҙең төрлө төрҙәрен күрһәтеп, күңелле һәм дәртле сығыш яһанылар: парлы бейеү, яңғыҙ бейеү, ритаям, түңәрәк бейеү, уйын бейеүе.

Милли бейеү көнө байрамы коллектив ритаям бейеүе менән тамамланды. Бейеү, өлкәндәрҙе лә, балаларҙы ла берләштерә, донъяны биҙәй һәм яҡшыраҡ итә.