"БАЛ ҠОРТТАРЫ" ТӨРКӨМӨ АТА-ӘСӘЛӘРЕ ӨСӨН ТӘҮГЕ "ҺАУМЫ, БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ" ИСЕМЛЕ АТА-ӘСӘЛӘР ЙЫЙЫЛЫШЫ ҮТТЕ
Октябрь 29, 2025
Просмотров: 3
Осрашыу уйын формаһында танышыуҙан башланды. "Ҡурай" балалар баҡсаһы мөдире Аргинбаева Алсу Фәнил ҡыҙы балалар баҡсаһының быйылғы уҡытыу -тәрбиә эше, балалар баҡсаһының тормошо менән таныштырҙы. Балалар баҡсаһы педагог-психологы Ишкулова Лилиә Урал ҡыҙы адаптация тураһында сығыш яһаны.
Ата-әсәләр йыйылышы асыҡ диалог формаһында үтте, уның барышында ата -әсәләр ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса тулы мәғлүмәт алыу мөмкинселегенә эйә булдылар.