"ОСҠОН" ТӨРКӨМӨНДӘ ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНДА ТӘҮГЕ АТА-ӘСӘЛӘР ЙЫЙЫЛЫШЫ ҮТКӘРЕЛДЕ
Октябрь 30, 2025
Просмотров: 30
Көн тәртибендә, балалар баҡсаһының психологы Лилиә Урал ҡыҙы бик фәһемле сығыш яһаны. Балаларҙың бөтә яҡлапта хәүефһеҙлеге тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләне. Ата-әсәләрҙең һорауҙарына тулы яуаптар бирҙе. Ә тәрбиәселәр тарафынан баланың тәртибе, туҡланыуы, көн режимы тураһында яңы мәғлүмәттәр бирелде.
Бигерәк тә бөгөнгө көндә тыуған телебеҙ башҡорт телендә балалар менән аралашыу, уны үҫтереү, төрлө милли сараларҙа ҡатнашыу кеүек көнүҙәк мәсьәләләр хәл ителде.