СИБАЙҘА БӨТӘ ДОНЪЯ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫНЫҢ 30 ЙЫЛЛЫҒЫНА БАҒЫШЛАНҒАН "БАШҠОРТОСТАНДЫҢ УРАЛ АРЪЯҒЫ 3.0: КАДРҘАР ҺӘМ ҮҪЕШ" ҒИЛМИ-ҒӘМӘЛИ КОНФЕРЕНЦИЯҺЫ ҮТТЕ
Беҙҙең тәрбиәсебеҙ Әмирова Ләйсән Хәдит ҡыҙы был мәртәбәле сарала ҡатнашты һәм Б.М. Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжында ғилми-ғәмәли конференцияның секция өлөшөндә оҫталыҡ дәресен күрһәттеп үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Конференцияның пленар өлөшө Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында уҙғарылды, был сараға баш ҡалабыҙҙан – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе Рәсих Әғзәм улы Хәмитов, Башҡорт ырыуҙары советы Президиумы рәйесе Вилмир Хәйбрахман улы Аҙнаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе урынбаҫары, мәғариф өлкәһендәге эшмәкәр Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы Мөхәмәтйәнова, тарих фәндәре кандидаты, РФ-һының почетлы юғары белем биреү хеҙмәткәре, ғалим Нурислам Мирхәйҙәр улы Ҡалмантаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Мөхәммәт улы Йосопов һәм Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр, Әбйәлил райондарынан, Межгорье ҡалаһынан урындағы ҡоролтай рәйестәре һәм ағзалары килде. Сарала сығыш яһаусылар һәр ваҡыт төп мәсьәлә булып торған - туған тел, шулай уҡ, Башҡортостан тарихын, мәҙәниәтен белеү кәрәклекте алға ҡуйҙы.
Пленар өлөштөң һуңында, төрлө өлкәлә үҙҙәрен юғары яҡтан күрһәткән Сибайлыларға "Ал да нур сәс халҡыңа!" миҙалы, Бөтә донъя башҡорттарының маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары тапшырылды.
Коллегабыҙ Әмирова Ләйсән Хәдит ҡыҙына Бөтә башҡорт ҡоролтайы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуға, башҡорт халҡы мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүгә, йолаларҙы пропагандалауға, балалар күңелендә милли рух, телгә, данлы үткәндәргә һөйөү тәрбиәләүгә тос өлөш индергәне өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының маҡтау грамотаһы тапшырылыуы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыз! Артабан да эшендә уңыштәр теләйбеҙ!