1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. БЕЛОРЕТ РАЙОНЫНДА ҒӘЛИ ХӘМЗИН ИҪТӘЛЕГЕНӘ АРНАЛҒАН ҮҘЕШМӘКӘР ЙЫРСЫЛАР КОНКУРСЫ ОЙОШТОРОЛДО

БЕЛОРЕТ РАЙОНЫНДА ҒӘЛИ ХӘМЗИН ИҪТӘЛЕГЕНӘ АРНАЛҒАН ҮҘЕШМӘКӘР ЙЫРСЫЛАР КОНКУРСЫ ОЙОШТОРОЛДО

Ноябрь 25, 2025 Просмотров: 103

Ғәли Хәмзин - Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм Бөтә Рәсәй халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы лауреаты. Ул Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй, сит ил сәхнәләрендә лә сығыш яһап, бик күп тамашасыларҙың һөйөүен яулаған маһир йырсыларыбыҙҙың береһе булған. Ғәли Хәмзин ынйы-гәүһәрҙәргә тиң халҡыбыҙ моңдары менән бер рәттән классик, эстрада йырҙарын да берҙәй оҫта, юғары кимәлдә башҡарған киң диапазонлы профессиональ йырҙар башҡарған. 20 ноябрҙә йырсы Ғәли Хәмзиндың (1950-2009) тыуған яғы - Белорет районында, танылған артистың иҫтәлегенә арнап, үҙешмәкәр йырсылар конкурсы ойошторолдо.

Конкурс ике категорияла - 16 йәшкә тиклем һәм 16 йәштән өлкәнерәктәр ҡатнашты. Финалға бөтәһе 27 кеше сыҡты. Һәм финалистар еңеүсене билдәләр өсөн Белорет ҡалаһы мәҙәниәт йортона йыйылды. Беҙҙең "Йондоҙҙар" төркөмөнән Сәғәҙәтова Айлина иҫ киткес матур тауышы, сәхнәлә үҙен тотоуы менән барыһын да әсир итте, призлы урындан тыш, махсус номинацияла ла еңеп сыҡты. Ҡотлайбыҙ! Ғорурланабыҙ!