1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. БӨГӨН, 9 ДЕКАБРЬ, ВАТАН ГЕРОЙҘАРЫ КӨНӨ БИЛДӘЛӘНӘ

БӨГӨН, 9 ДЕКАБРЬ, ВАТАН ГЕРОЙҘАРЫ КӨНӨ БИЛДӘЛӘНӘ

Декабрь 9, 2025 Просмотров: 109

Был көндә беҙ геройҙарҙың ҡаһарманлығына ихтирам һәм хөрмәт күрһәтәбеҙ. Уларҙың батырлығы арҡаһында беҙ киләсәккә ышаныс менән ҡарай, илебеҙ һәм уның тарихы менән ғорурлана алабыҙ.

"Аҡҡош" төркөмө балалары менән "Ватан геройҙарының ҡаһарманлығы", "Минең геройым" темаларына әңгәмәләр ойошторҙоҡ һәм был көнгә арнап открыткалар эшләнек. Эшмәкәрлектең маҡсаты Ватаныбыҙға һөйөү тәрбиәләү, геройҙарыбыҙ менән ғорурланыу, батырлыҡтарын иҫтә ҡалдырыу ине.