1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. БЕҘҘӘ БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН "БИШЕК ЙЫРЫМ-НАҘЛЫ ЙЫРЫМ" КОНКУРСЫ ҮТТЕ

БЕҘҘӘ БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН "БИШЕК ЙЫРЫМ-НАҘЛЫ ЙЫРЫМ" КОНКУРСЫ ҮТТЕ

Декабрь 12, 2025 Просмотров: 78

Бишек йырҙары аша туған телгә, ғаилә ҡиммәттәренә һәм милли мәҙәниәткә иғтибарҙы йәлеп итеү маҡсатында ойошторолған бындай күркәм сарала, әсәйҙәр башҡорт телендә матур бишек йырҙарын башҡарҙылар. Ҡатнашыусылар араһында илем, телем тип, янған рухлы әсәйҙәрҙең булыуы бик ҡыуандырҙы, бишек йырҙарының быуындан-быуынға күсеүен, уларҙың әһәмиәте ҙурлығын тағы ла бер ҡат иҫбатланы. Бәйгенең еңеүселәре лә булды. Бишек йырын яңғыҙ башҡарыуҙа Юлиә Сәғәҙәтова I урын яулаһа, "Бал ҡорттары" төркөмө әсәйҙәре команда ярышында I урынға лайыҡ булдылар.

Барыбыҙға ла билдәле, бишек йырҙары аша балаларға туған тел шишмәһенең башланғысы бирелә, бишек йырҙары – халҡыбыҙҙың рухи мираҫы. Һаҡлайыҡ, ҡәҙерләйек, киләсәк быуынға еткерәйек!


Яңылыҡ сығанағы - https://vk.com/wall-181185186_4119.