ТӘРБИӘСЕБЕҘ ӘМИРОВА ЛӘЙСӘН ХӘДИТ ҠЫҘЫ "МӘҢГЕ ЙӘШӘ, БАШҠОРТ ТЕЛЕ!" ИСЕМЛЕ БЕРҘӘМ ДӘРЕС КҮРҺӘТТЕ
Башҡортостан Республикаһы дәүләт теле һәм Башҡортостан халыҡтарының дөйөм милли ҡаҙанышы, башҡорт халҡының рухи һәм мәҙәни мираҫы булараҡ башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында Башҡорт теле көнөн булдырыу һәм уны йыл да бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе һәм шағиры Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә - 14 декабрҙә билдәләү тураһында Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың 2019 йылдың 29 октябрендә 386-сы указы раҫланғайны.
Был көндә һәм уның алдынан мәғариф, мәҙәни-ағартыу, йәмәғәтселек саралары ойошторола, республикала һәм башҡа тарафтарҙа башҡорт теле көнөнә арналған күп байрам саралары, акциялар үтә.
Беҙҙең тәрбиәсебеҙ, "Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы" республика профессиональ конкурсы еңеүсеһе Әмирова Ләйсән Хәдит ҡыҙы "Мәңге йәшә, башҡорт теле!" исемле башҡорт теленән берҙәм дәрес күрһәтте. Дәресте ошо һылтанма буйынса ҡарай алаһығыҙ.
Башҡорт теле көнө менән! Туған телебеҙҙе өйрәнәйек, аралашайыҡ, һаҡлайыҡ һәм киләһе быуындарға аманат итеп тапшырайыҡ!