1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. КЕСКӘЙҘӘР ТӨРКӨМӨНДӘ ЯҢЫ ЙЫЛ ИРТӘЛЕГЕ ҮТТЕ

КЕСКӘЙҘӘР ТӨРКӨМӨНДӘ ЯҢЫ ЙЫЛ ИРТӘЛЕГЕ ҮТТЕ

Декабрь 25, 2025 Просмотров: 72

Яңы йыл – балаларҙың бик көтөп алған мөғжизәле байрамы. Кескәйҙәр төркөмөндә Яңы йыл иртәлеге үтте. Байрамса биҙәлгән зал балаларҙы күңелле Яңы йыл музыкаһы һәм сағыу уттар менән ҡаршы алды. Балалар әкиәт иленә, тылсымлы мажаралар, йыр-бейеүҙәр, уйын-көлкө донъяһына сумдылар. Ҡыш бабай мн Ҡарһылыуҙың байрамға килеүе һәр баланың күңелендә шатлыҡ һәм ҡыуаныс тойғолары уятты. Ә әкиәт геройҙары һәм шат күңелле Ҡар бабай балаларҙың күңелен асты. Балалар күңелле йырҙар йырланы, бейене, уйнаны һәм шиғырҙар һөйләне. Ә Ҡыш бабай ҡулынан бүләктәр алыу уларҙы тағы ла ҡыуандырып ебәрҙе.