"ШИШМӘКӘЙ" УРТАНСЫЛАР ТӨРКӨМӨНДӘ ЛӘ ЯҢЫ ЙЫЛ ИРТӘЛЕГЕ ҮТТЕ
Декабрь 30, 2025
Просмотров: 18
Яңы йыл - ул өлкәндәр ҙә, балалар ҙа түҙемһеҙләнеп көткән тылсымлы әкиәти байрам. Был байрам "Шишмәкәй" уртансылар төркөмөн дә урап үтмәне, ә мөғжизәле иртәлек бүләк итте. ул шатлыҡ, күңел асыу һәм онотолмаҫ тәьҫораттарға тулы булды. Кескәйҙәргә ҡунаҡҡа Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыу, шулай уҡ ҡар бабай, төлкө һәм ҡуян килеп уйындар уйнап иртәлекте биҙәнеләр. Ата-әсәләр балаларҙыү ихлас йырҙарынан, күңелле бейеүҙәренән, шат йылмайыуҙарынан бала-саҡтарын иҫкә алып, ҡәнәғәт ҡалдылар.