"АҠҠОШ" ТӨРКӨМӨНДӘ "ҠЫШ БАБАЙҘЫҢ КАСТИНГЫ" ТИП АТАЛҒАН ЯҢЫ ЙЫЛ ИРТӘЛЕГЕ БИК КҮҢЕЛЛЕ ҮТЕП КИТТЕ
Декабрь 30, 2025
Просмотров: 2
Ысын әкиәт донъяһына эләгеп, балалар, ата-әсәйҙәр менән кастинг ойоштороп, ҡыш бабайҙы эҙләнек. Хоттабыч, Төньяҡ полюс ҡыш бабайы, Ҡар бураны, Һыу батшаһы байрамға йәм, сағыулыҡ өҫтәп балаларҙы ҡыҙыҡһындырҙы. Кисәбеҙ күңелле уйындарға, йыр-бейеүҙәргә, сюприз моменттарға бай булды. Иртәлек аҙағында инде Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Аттар байрамыбыҙҙың төп ҡунаҡтары булдылар. Балалар Ҡыш бабайға шиғырҙар һөйләне, ә Ҡыш бабай бүләктәр таратты, ата-әсәләргә иһә "Яңы йыл" күргәҙмәһендә поделкалар эшләп актив ҡатнашҡандары өсөн грамоталар тапшырылды.