БЫЛ АҘНАНЫҢ ТЕМАТИК ИСЕМЕ "ТАТЫУ ҒАИЛӘ - ИЛ КҮРКЕ" ТИП АТАЛДЫ
Июль 23, 2026
Просмотров: 2
Беҙ балалар менән "Минең ғаиләм" темаһына ярашлы әңгәмәләр ҡорҙоҡ, һүрәттәр эшләнек, сюжетлы-ролле уйындар уйнаныҡ, кескәйҙәр үҙҙәренең шәжәрәләрен эшләп быуындар бәйләнеше- ғаиләләре тураһында һөйләп кескәйҙәр менән бүлештеләр.
Ғаилә - йылы усаҡ. Ғаиләләребеҙҙә усаҡ бер ҡасан да һүнмәһен. Һәр ғаилә тулы – атай-әсәйле булһын! Балаларҙың шат тауыштары яңғырап торһон!