1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. ӘСӘЙҘӘР КӨНӨ АЙҠАНЛЫ "ҠУРАЙ" ТӨРКӨМӨНДӘ "ЙӘГЕҘ ӘЛЕ, ӘСӘЙҘӘР" ТИП АТАЛҒАН КИСӘ УҘҘЫ

ӘСӘЙҘӘР КӨНӨ АЙҠАНЛЫ "ҠУРАЙ" ТӨРКӨМӨНДӘ "ЙӘГЕҘ ӘЛЕ, ӘСӘЙҘӘР" ТИП АТАЛҒАН КИСӘ УҘҘЫ

Ноябрь 27, 2023 Просмотров: 29

Әсәй. Был һүҙҙә күпме наҙ, йылылыҡ бар. Әсәй - һәр бер кеше өсөн иң ҡәҙерле, иң һөйкөмлө зат. Улар донъяның ҡояшы. Әсәйҙәр көнө айҡанлы, беҙ, "Ҡурай" төркөмө кескәйҙәре иң яҡын кешеләребеҙҙе ҡотларға "Йәгеҙ әле, әсәйҙәр" тип аталған кисәбеҙгә саҡырҙыҡ. Байрам әсәйҙәр араһында бәйге формаһында үтте. Ярыш бик ҡыҙыҡлы, күңелле төрлө конкурстарҙан уҙғарылды. Дәртле, бөтөн яҡтан уңған әсәйҙәр ихлас күңелдән ҡатнаштылар. Ә балалар үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрен, матур бейеүҙәрен, күңелгә үтеп инерлек шиғырҙарын, шулай уҡ, башҡорт, урыҫ һәм инглиз телдәрендә йырҙарын әсәйҙәргә бүләк иттеләр.

Ҡәҙерле әсәйҙәр, һеҙҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Ер йөҙөнөң бөтөн изге теләктәрен теләйбеҙ.